Һайланған мәҡәлә |
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү |
|
|
| 2 ғинуар юбилярҙары |
тулы исемлек
- Пшеничнюк Анатолий Харитонович (1936—5.01.2016), ғалим-археолог. 1959—2014 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—2006 йылдарҙа бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).
- Узбәков Данир Камалетдин улы (1936—15.02.2017), архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1982—1994 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архив идаралығы начальнигы, 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан.
- Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы (1936—12.01.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1967—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе ремонт механика заводының токарь-ҡырыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы (1936—2006), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966—1996 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Бөрйән районы хужалыҡтары етәксеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан — яңы ойошторолған «Урал», 1981—1994 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980, районда беренсе), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Мораҙым ауылынан.
- Әхмәрова Светлана Ғәриф ҡыҙы (1941), малсылыҡ ветераны, хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1956—1996 йылдарҙа Мәсетле районы Жданов исемендәге колхоз һауынсыһы. 1984—1989 йылдарҙа СССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Томилов Юрий Семенович (1951), табиб, һаулыҡ һаҡлау өкәһе эшмәкәре. 1987—1999 йылдарҙа Өфөнөң 48-се поликлиникаһының баш табибы; 1999—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперты, 2005—2016 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза Баш бюроһы» федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе — медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Шакиров Альберт Вазиф улы (1956), ғалим-географ. 2001—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Урал экологик географик тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө) директоры, 2005 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Дала институты хеҙмәткәре; 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының география, ер төҙөлөшө һәм кадастр кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
|
|