Linux
Linux (Ҡалып:IPAc-en [ˈlɪnəks[ˈlɪnəks]?[1][2] йәки [ˈlɪnʊks[ˈlɪnʊks]?[3][4][5]), Линукс) — Linux ядроһы нигеҙендәге Unixҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе, ючающих тот или иной набор утилит и программ проекта GNU проекты утилиталары йә программалырынң теге йәки был йыйылмаһын, бәлки, башҡа компоненттарҙы ла үҙ эсенә ала. Linux ядроһы кеүек үк, уға нигеҙләнгән системалар ҡағиҙә булараҡ ирекле һәм асыҡ программа тәьминәте эшкәртмәләре моделенә ярашлы эшләнә һәм таратыла. Linux системалары төрлө дистрибутивтар рәүешендә — ҡуйырға әҙер итеп һәм оҙатыу, яңыртыу йәһәтенән еңел формала — шулай уҡ үҙ система һәм ҡулланма компоненттары тупланмаһы менән бергә башлыса түләүһеҙ таратыла.
1990-сы йылдар башында эшләнгән ядроға ҡарата сиселеш рәүешендә барлыҡҡа килгән Linux системалары суперкомпьютерҙар һәм серверҙар өсөн төп система булып тора.
Ғәҙәттә GNU проектының төп программаларын, мәҫәлән, bash, gcc, glibc, coreutils, GNOME һәм башҡаларҙы үҙ эсенә компонент итеп индергән системалар ғына Linux системалары тип иҫәпләнә. Ошоға бәйле, бөтә ғаилә GNU/Linux булараҡ танылыу алған. Әммә Linux ядроһына нигеҙләнгән, ләкин GNU программаларынан бойондороҡһоҙ булған системалар ҙа бар, мәҫәлән, Android һәм FirefoxOS мобиль системаларын шундайҙарға индерәләр.

Linux'тың рәсми логотибы һәм талисманы итеп Tux пингвины алынған, уны 1996 йылда Ларри Юинг эшләгән[6]. «Linux» сауҙа маркаһына ядроны барлыҡҡа килтергән һәм эшләгән Линус Торвальдс хужа. Шул уҡ ваҡытта Linux проекты киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа рүойошманҡы йә кешенеке түгел, уны үҫтереү һәм таратыу менән меңдәрсә бойондороҡһоҙ эшкәртмәсе һәм компания шөғөлләнә, һәм Linux'ты файҙаланыусылар төркөмө уларҙың үҙ-ара эш итешеү ҡоралы булып тора. Linuxты үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатын ҡуйған коммерцияға ҡарамаған берекмәләр ҙә бар, улар араһында иң билдәлеһе һәм иң ҙуры — 2007 йылда барлыҡҡа килгән The Linux Foundation. Linux-системаларҙы техник үҫтереү менән шөғөлләнгән ҙур коммерция баҙары бар, уның 70 проценттан ашыуын (2017) Red Hat корпорацияһы биләй.


Иҫкәрмәләр
- ↑ Pronunciation of ‘Linux’. Safalra (14 апреля 2007). Проверено 15 сентября 2009. Архивировано 23 июня 2012 года.Pronunciation of ‘Linux’ (недоступная ссылка — история). Safalra (14 апрель 2007). Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.
- ↑ Linux. Free On-Line Dictionary of Computing (июнь 2006). Проверено 15 сентября 2009. Архивировано 23 июня 2012 года.Linux (недоступная ссылка — история). Free On-Line Dictionary of Computing (июнь 2006). Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.
- ↑ Ҡалып:Cite newsgroup
- ↑ How to pronounce Linux?. Проверено 17 декабря 2006. Архивировано 23 июня 2012 года.How to pronounce Linux? (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 17 декабрь 2006. Архивировано 23 июнь 2012 года.
- ↑ Linus pronouncing Linux in English and Swedish. Проверено 20 января 2007. Архивировано 23 июня 2012 года.Linus pronouncing Linux in English and Swedish (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 20 ғинуар 2007. Архивировано 23 июнь 2012 года.
- ↑ Ҡалып:Cite newsgroup
Әҙәбиәт
- Роберт Лав. Ядро Linux: описание процесса разработки = Linux Kernel Development. — 3-е изд. — М.: Вильямс, 2012. — 496 с. — ISBN 978-5-8459-1779-9.
- Дмитрий Кетов. Linux. Внутреннее устройство / Анна Кузьмина. — СПб.: БХВ, 2017. — 320 с. — ISBN 978-5-9775-3580-9.
- Костромин В. А. Свободная система для свободных людей (обзор истории операционной системы Linux) (рус.). rus-linux.net (10 мая 2005). Проверено 10 января 2017.
- Нейл Ботвик, Энди Ченнел. Many happy return()s! Долгих лет тебе, Linux! (рус.) // Linux Format : журнал. — СПб., 2006. — Декабрь (№ 12 (86)). — С. 22-33.
- Маянк Шарма. Рождение ядра Linux // Linux Format. — 2016. — Октябрь (№ 10 (215)). — С. 24-31.
Һылтанмалар
- Рус телле ресурстар
- Ингиз телле ресурстар