HTML
HTML HyperText Markup Language (HTML) веб-биттәр яһай торған, билгәләр һалыу теле. Веб-биттәрҙе күбеһенсә веб-браузер ярҙамында ҡарап була, мәҫәлән Internet Explorer. HTML ярҙамында, веб-биттә ошондай эштәр башҡарып була: текст языу, һылтанмалар яһау, һүрәттәр ҡуйыу, видео һәм аудио файлдарҙы индерергә мөмкин.
HTML ярҙамында ошо эйтеп кителгән операцияларҙы махсус тегтар менән билгәләйҙәр. HTML ярҙамында веб-биткә тағыла мета-мәғлүмәттәр өҫтәп була. Был мәғлүмәтт веб-бит тураһында информация һалай; мәҫәлән, веб-битте яһаған автор тураһында. Мета-мәғлүмәт веб-браузер ярҙамында күрһәтелмәй.
Cascading Style Sheets (CSS) һәм JavaScript HTML кодҡа индерелә ала. CSS веб-биттең браузерҙа күрһәтелеүен тасурилай; мәҫәлән, фон төҫөн, шрифт төрө һ.б. JavaScript веб-биткә яңы фунциялар өҫтәй, һәм веб-биткә интерактивлыҡ индерә.
World Wide Wed Consortium (W3C) –Бөтә Донья Интернет Селтәре Консорциумы - HTMLды стандартлаштыра һәм яңы төрҙәрен ~эшләп сығара~. HTMLдың бер-нисә версиялары бар. Әлеге ваҡытта HTML 4.01 стандарлаштырылған, һәм бөтә кешкләргә ошо версияны ҡуллану тәҡдим ителә. Яңы версияһы, HTML 5 тип аталған, бер-нисә йылдан стандартлаштырыла. W3C тағы XHTML стандартын үҫештерә. Был HTMLға оҡшаған, тағы бер билгә һалыу теле, әммә уны яҙыу тәртибе ҡатыраҡ.[1]
Тарих
HTMLды фәни һәм техник доукменттар менән алмашыу өсөн Тим Бернерс-Ли (Tim Berners-Lee) CERNда эшләп сығарған (1991- 1992-се йылдарҙа).
Версиялары:
- HTML 2.0 - 1995, ноябрь
- HTML 3.0 - 1995 йыл
- HTML 3.2 - 1997 йыл, ғиуар
- HTML 4.01 - 1999 йыл, 24 декабрь (стандартлаштырылған)
- HTML 5 – эшләнә.
Тег
HTMLда махсус берәмектәр ҡулланыла, ошо берәмектәр программалау теледә “тег” тип атала. Тегтар браузерға, веб-бит нисек күрһәтелеүен тасурилайҙар.
Тег срандартлаштырылған тәртиптә яҙыла. Ул ошо тамғалар эсендә урынлаша: < һәм > мәсәлән, <p> абзац тегы. Тегтар эсендә өстәмә атрибут булыуы мөмкин, атрибуттар тегтың үҙенсәлектәрен үҙгәртә; мәҫәлән, <p align=”center”>. Был align атрибуты абзацты тигеҙләтә торған атрубут, ә center – атрибутты урта линия буйлап тигеҙләтә.
Тегтар ике төрлө була: парһыҙ һәм парлы.
Парһыҙ тегтар:
<br/> - икенсе юлға төшөү;
<img src=”img.gif” alt=”Альтернатив текст”/> - рәсем беркетеү, src – файл юлын күрһәтеүсе мотлаҡ атрибут, alt – рәсемгә сысҡанды юүнәлткәндә килеп сыға торған альтернатив текст;
<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/> -браузерға биттең хәрефтәре юникод ярҙамында колданған тип хәбәр итеүсе мета-тег.
Парлы тегтар, асыусы һәм ябыусы тегтан тора. Асыусы тег (<tag> - бындай тег юҡ, миҫал ғына), браузерға был эстәге булекте формматлаштырыу башланды тип хәбәр итә, ябусы тег (</tag>) форматлаштырыу бөттө тип хәбәр итә. Ошо тегтарҙың ҡайһы бер өлгөләре:
<title>Башлыҡ</title>
<p>текст<p/> - “<p>” асыусы тег, ”</p>”- ябыусы тег;
<a href=”http://www.google.ru/”>Google</a> - <a href=” http://www.google.ru/”> веб-биткә һылтанма тегы башы, href=” http://www.google.ru/” һылтанма сайт адресы.
HTML документ яһау
HTML документтың өҫтәмә оҙонайтылыуы .html йәки .htm була. HTML документ яһауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иң ябай ысул – тексты форматлыштырмаған текст редакторы ярҙамында яһау (мәсәлән, Блокнот). Иң ябай HTML документ яһау өсөн текст редакторында аҫтағы листингты яҙырға кәрәк.
<head>
<title>Башлыҡ</title>
<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/>
</head>
<body>
<h2 style="color:gray">Ҡарға</h2>
<p>Ҡара ҡарға ҡарҙан бара</p>
<img src="http://flamber.ru/files/photos/1226658649/1232969305_f.jpg" alt="Ҡарға" width="100px" height="80px"/>
</body>
Артабан ошо тексты UTF-8 кодировкаһында һаҡларға, ә унан һуң ошо файлдың өҫтәмә оҙонайтылыуын .html- ға (йәки .htm ) үҙгәртеп һаҡларға, шунан браузер менән асырға.
HTML документтар төҙөү өсөн бик күп ҡеүәтле программалар бар. Шуларҙың береһе, бушлай күсереп ала торғаны, Microsoft Visual Web Developer 2010 Express.
Әҙәбиәт
- ↑ Инглиз википедияһы