HTML
HTML HyperText Markup Language (HTML) веб-биттәр яһай торған, билгәләр һалыу теле. Веб-биттәрҙе күбеһенсә веб-браузер ярҙамында ҡарап була, мәҫәлән Internet Explorer. HTML ярҙамында, веб-биттә ошондай эштәр башҡарып була: текст языу, һылтанмалар яһау, һүрәттәр ҡуйыу, видео һәм аудио файлдарҙы индерергә мөмкин.
HTML ярҙамында ошо эйтеп кителгән операцияларҙы махсус тегтар менән билгәләйҙәр. HTML ярҙамында веб-биткә тағыла мета-мәғлүмәттәр өҫтәп була. Был мәғлүмәтт веб-бит тураһында информация һалай; мәҫәлән, веб-битте яһаған автор тураһында. Мета-мәғлүмәт веб-браузер ярҙамында күрһәтелмәй.
Cascading Style Sheets (CSS) һәм JavaScript HTML кодҡа индерелә ала. CSS веб-биттең браузерҙа күрһәтелеүен тасурилай; мәҫәлән, фон төҫөн, шрифт төрө һ.б. JavaScript веб-биткә яңы фунциялар өҫтәй, һәм веб-биткә интерактивлыҡ индерә. World Wide Wed Consortium (W3C) –Бөтә Донья Интернет Селтәре Консорциумы - HTMLды стандартлаштыра һәм яңы төрҙәрен ~эшләп сығара~. HTMLдың бер-нисә версиялары бар. Әлеге ваҡытта HTML 4.01 стандарлаштырылған, һәм бөтә кешкләргә ошо версияны ҡуллану тәҡдим ителә. Яңы версияһы, HTML 5 тип аталған, бер-нисә йылдан стандартлаштырыла. W3C тағы XHTML стандартын үҫештерә. Был HTMLға оҡшаған, тағы бер билгә һалыу теле, әммә уны яҙыу тәртибе ҡатыраҡ.
Тарих
HTMLды фәни һәм техник доукменттар менән алмашыу өсөн Тим Бернерс-Ли (Tim Berners-Lee) CERNда эшләп сығарған (1991- 1992-се йылдарҙа).
Версиялары:
- HTML 2.0 - 1995, ноябрь
- HTML 3.0 - 1995 йыл
- HTML 3.2 - 1997 йыл, ғиуар
- HTML 4.01 - 1999 йыл, 24 декабрь (стандартлаштырылған)
- HTML 5 – эшләнә.
Тег
HTMLда махсус берәмектәр ҡулланыла, ошо берәмектәр программалау теледә “тег” тип атала. Тегтар браузерға, веб-бит нисек күрһәтелеүен тасурилайҙар.
Тег срандартлаштырылған тәртиптә яҙыла. Ул ошо тамғалар эсендә урынлаша: < һәм > мәсәлән, <p> абзац тегы. Тегтар эсендә өстәмә атрибут булыуы мөмкин, атрибуттар тегтың үҙенсәлектәрен үҙгәртә; мәҫәлән, <p align=”center”>. Был align атрибуты абзацты тигеҙләтә торған атрубут, ә center – атрибутты урта линия буйлап тигеҙләтә.
Тегтар ике төрлө була: парһыҙ һәм парлы.
Парһыҙ тегтар:
<br/> - икенсе юлға төшөү;
<img src=”img.gif” alt=”Альтернатив текст”/> - рәсем беркетеү, src – файл юлын күрһәтеүсе мотлаҡ атрибут, alt – рәсемгә сысҡанды юүнәлткәндә килеп сыға торған альтернатив текст;
<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/> -браузерға биттең хәрефтәре юникод ярҙамында колданған тип хәбәр итеүсе мета-тег.
Парлы тегтар, асыусы һәм ябыусы тегтан тора. Асыусы тег (<tag> - бындай тег юҡ, миҫал ғына), браузерға был эстәге булекте формматлаштырыу башланды тип хәбәр итә, ябусы тег (</tag>) форматлаштырыу бөттө тип хәбәр итә. Ошо тегтарҙың ҡайһы бер өлгөләре:
<title>Башлыҡ</title>
<p>текст<p/> - “<p>” асыусы тег, ”</p>”- ябыусы тег;
<a href=”http://www.google.ru/”>Google</a> - <a href=” http://www.google.ru/”> веб-биткә һылтанма тегы башы, href=” http://www.google.ru/” һылтанма сайт адресы.
HTML документ яһау
HTML документтың өҫтәмә оҙонайтылыуы .html йәки .htm була. HTML документ яһауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иң ябай ысул – тексты форматлыштырмаған текст редакторы ярҙамында яһау (мәсәлән, Блокнот). Иң ябай HTML документ яһау өсөн текст редакторында аҫтағы листингты яҙырға кәрәк.
<head>
<title>Башлыҡ</title>
<meta http-equiv="Content-Type" content="text/html; charset=UTF-8"/>
</head>
<body>
<h2 style="color:gray">Ҡарға</h2>
<p>Ҡара ҡарға ҡарҙан бара</p>
<img src="http://flamber.ru/files/photos/1226658649/1232969305_f.jpg" alt="Ҡарға" width="100px" height="80px"/>
</body>
Артабан ошо тексты UTF-8 кодировкаһында һаҡларға, ә унан һуң ошо файлдың өҫтәмә оҙонайтылыуын .html- ға (йәки .htm ) үҙгәртеп һаҡларға, шунан браузер менән асырға.
HTML документтар төҙөү өсөн бик күп ҡеүәтле программалар бар. Шуларҙың береһе, бушлай күсереп ала торғаны, Microsoft Visual Web Developer 2010 Express.